Өфөлә хәйриә акцияһы сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға файҙалы бүләктәр тапшырылды

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәге тәрбиәләнеүселәре татлы бүләктәр урынына логопед, психолог һәм башҡа белгестәр менән шөғөлләнеүгә сертификаттарға эйә булды . Сарала кескәйҙәргә пластилиндан һындар яһау буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ломаябарьеры.рф сайтында ярҙам итергә мөмкин.

Хәйриә акцияһы былтыр йыл аҙағында старт алып, үҙенсәлекле балаларға кәрәкле бүләктәр йыйыуға арналғайны. Акция сиктәрендә кескәйҙәргә тәм-том урынына кәрәкле тауарҙар тапшырылды. Бүләктәр сайт аша мәрхәмәтле кешеләр ебәргән иғәнәләргә алынды.

Алина Хәбирова, «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәге директоры
Фото №1 - Өфөлә хәйриә акцияһы сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға файҙалы бүләктәр тапшырылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ