Ошо абруйлы дата һәм шулай уҡ студенттар көнө уңайынан Радий Хәбиров юғары уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән танышты, педагогия коллективы менән осрашты.
Ғилем йоҙағына асҡыс туған тел менән бирелә. Төбәк етәксеһенең башҡорт телен балалар баҡсаһында уҡ өйрәнеү кәрәк, тигән фекерен педагогтар тормошҡа ашырып та ҡуйған. Мәктәпкәсәһә белем биреү учреждениелары туған телгә һәр баланың үҙ диалекты менән өйрәтәсәк.
Бында бар ҡулланмалар ҙа тәрбиәселәр, уҡытыусылар өсөн. Был бүлмәләрҙә лә физиктар ғына түгел, ә физика мөғәлимдәре әҙерләйҙәр. Бүлмә лә ябай түгел, ә уҡытыусы исемендә. Башҡорт дәүләт педагогия университетында абруйлы профессорҙарҙың үҙ бүлмәләре бар.
Республика башлығы өсөн юғары уҡыу йортон борсоған мәсьәләләр ят түгел. Радий Хәбировтың хеҙмәт юлының байтаҡ өлөшө студенттар уҡытыу менән бәйле. Шуға күрә фән һәм ғилем өлкәһенә лә етди иғтибар бүлә.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты күптән инде уҡытыусылар әҙерләүсе вуз сиктәренән сыҡҡан. Фәнни эшмәкәрлек юғары кимәлдә алып барыла.
Биореакторҙы актив ҡатнашмалар етештереү өсөн ҡулланырға мөмкин. Ул эшләгән ваҡытта ағасҡа ҡарағанда 20 тапҡыр күберәк углекислоталы газ таҙа һауаға әйләнә. Тап ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек, илдәге иң ҙур ылымыҡтар бактериялары коллекцияһы Евразия фәнни мәғариф үҙәге сиктәрендә эшләү мөмкинлеге биргән дә инде.
Маҡсат юғары мәктәп, фән һәм производствоны берләштереү. Һәм педагогия университеты Евразия фәнни-мәғариф үҙәге нигеҙҙәренә һалынған идеяларҙы әүҙем тормошҡа ашырыусы уҡыу йорто, тине Радий Хәбиров.
55 йәшен тултырған юғары уҡыу йортоноң республика үҫешендә лә өлөшө ҙур. Бында ярты миллиондан ашыу егет һәм ҡыҙҙар белем ала. Улар һис шикһеҙ төбәктең яҡты киләсәге.
Юбилей Радий Хәбиров буш ҡул менән килмәгән. Ошо көндәрҙә ул 200 йәш ғалим, аспирант һәм белгескә сит ил һәм Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында стажировка үтеү мөмкинлеге биргән грант булдырҙы. Шулай ҙа студенттар үҙ барамында республика башлығы ҡулынан торт алып һыйланыуҙы иң яҡшы бүләк тип ҡабул итте.
Айнур Кәбиров




