Башҡортостанда яман шеште дауалау өсөн тәғәйенләнгән медицина ҡорамалдары яңыртыла

Һуңғы ике йылда онкология йүнәлешендә матди-техник базаны тулыландырыу өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ошо сиктәрҙә республика клиник онкология диспансерында яман шеште нурландырыу терапияһы өсөн юғары технологиялы комплекс сафҡа индерелде.

Заманса ҡоролма тән ағзаларының иң йәшерен участкаларындағы шештәрҙе лә нурландырыу мөмкинлеге бирә. Теүәл дауалаған нурлы терапия ҡыҫҡа ваҡыт эсендә пациентҡа зыян килтереүсе күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығарырға булышлыҡ итә.

Фото №1 - Башҡортостанда яман шеште дауалау өсөн тәғәйенләнгән медицина ҡорамалдары яңыртыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ