Коронавирус таралыуға бәйле Башҡортостанда 6 район хәүефле зонаға индерелгән

Был турала оператив штаб ултырышында белдерелде. Республика Башлығы Асҡын, Салауат, Илеш, Ҡариҙел, Стәрлебаш райондары һәм Ағиҙел ҡалаһында санитар-эпидемиологик нормалар буйынса талаптарҙы көсәйтеү сараларын күрергә ҡушты.  Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүнсә, 25 муниципалитетта вакциналау 100 процентҡа еткән, Салауат, Кумертау, Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Бөрө һәм Белорет райондарында күрһәткестәр 80 проценттан түбән. Радий Хәбиров был муниципалитет етәкселәренә вакцинациялау буйынса эштәрҙе тиҙләтергә кәрәк, тине. “Омикрон” штамы таралыуға бәйле Республика Башлығы дәүләт һәм муниципаль власть органдары, ведомство ҡарамағындағы һәм башҡа эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн ситтән тороп эшләргә күсерергә, сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә һәм башҡа йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптар буйынса контролде көсәйтергә ҡушты.

Фото №1 - Коронавирус таралыуға бәйле Башҡортостанда 6 район хәүефле зонаға индерелгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ