Республикала сүп-сарҙы сортҡа бүлеү буйынса яңы комплекстар төҙөү ҡарала. Һөҙөмтәлә күмелгән ҡалдыҡтар ике тапҡыр кәмергә тейеш. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, республика көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса федераль программаға ҡушылырға ниәтләй.
Республика менән идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, халыҡтан көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығармауға бәйле мөрәжәғәттәр бик күп килә. Кешеләрҙе бигерәк тә контейнерҙар торошо һәм рөхсәт ителмәгән урында сүп ҡалдырыу мәсьәләһе борсой.







