Ун көн эсендә муниципалитеттар боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа шартлатыу эштәре алып барыу тураһында килешеүҙәр төҙөргә тейеш. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә райондарға ла ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, уҙған йылда, мәҫәлән, быға тиклем боҙ тығылыу хәүефе булмаған урындарҙы ла һыу баҫҡан.







