“Беҙ фельдшер-акушер пункттары төҙөйбөҙ. Әммә улар эшләмәй”, - тип белдерҙе ул. Республика етәксеһе райондарҙа фельдшерҙар булмауы тураһында хәбәр алған.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 100-ҙән ашыу медицина пункты Интернетҡа тоташтырылмаған. Бының өсөн селтәрҙәр һуҙырға кәрәк. Ведомствонан белдереүҙәренсә, быйыл ошо эште тамамларға ниәтләйҙәр.




