Битлек йәки штраф. Эпидемиологик талаптар буйынса, йәмәғәт транспортында дезинфекция үткәрелергә тейеш. Маска кеймәгән пассажирҙар салонға индерелмәй. Йыл башынан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы 30-ға яҡын рейд ойошторған. Тикшереү һөҙөмтәһендә автобус водителдәренә ҡарата - 10, ойошмаға бер административ протокол төҙөлгән. Документтар судҡа ебәрелгән. “Башавтотрнас” предприятиеһы генераль директоры Надир Сәмиев халыҡты иғтибарлы булырға, водителде ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫҡа өндәй.
Йәмәғәт транспортында ултырған пассажир битлек кеймәгән осраҡта водителгә - 3, шәхси эшҡыуарға - 50, предприятиеларға - 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Пассажир ташыусы шәхси компания етәксеһе Фәнис Батыров әйтеүенсә, һәр кем иғтибарлы булғанда күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин.
Белгестәр битлекте 2-3 сәғәт һайын алыштырып торорға тәҡдим итә.




