Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала “Холокост: яҙмыштар тарихы” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сығыштар Холокост тураһында әҙәби әҫәрҙәр, мәҡәләләр, архив материалдарына таянып әҙерләнде, ти китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев.
Республикала Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу саралары ай аҙағына тиклем дауам итә.







