Башҡортостанда 2025 йылға тиклем газ үткәреүгә 13 миллиард 500 миллион һум аҡса йүнәлтелә

Финанслау 25 меңдән ашыу йортто зәңгәр яғулыҡҡа тоташтырыу мөмкинлеге бирә. Был турала Радий Хәбиров бөгөн «Газпром» акционерҙар йәмғиәтендә уҙған ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе.

Онлайн-форматта ойошторолған сарала шулай уҡ газификацияны тамамлау программаһы, транспорт сараларын газға күсереү, яңы заправкалау станциялары төҙөү хаҡында һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Газпром» акционерҙар йәмғиәте республиканың иң ҡеүәтле предприятиеларның береһе, бында заманса йыһазландырыуға ла, кадрҙарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереүгә лә, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла етди иғтибар бирелә. Тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһен бирә, үткән йылда газ транспортировкалауҙың рекордлы күрһәткесе теркәлгән, 109 миллиард кубометрға яҡын.

Ведомство-ара комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, тармаҡ алдында зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса ла оло бурыстар тора. Башҡортостанда газификация кимәле 84 процентҡа яҡын. Тик юғары күрһәткес тынысланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Киләһе 3 йылда 25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.

Газ үтмәгән ауылдарға селтәрҙәр һуҙыу ғына түгел. Республикала төҙөлөш йылдам бара, яңы урамдар, йорттарҙы ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мотлаҡ. Башҡортостанда догазификация программаһына 130 мең йорт инә, 19 мең ғариза ҡабул ителгән, 2 меңе үтәлгән дә инде. Догазификация программаһына ярашлы участка сигенә тиклем селтәрҙәр бушлай һуҙыла. «Газпром Трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов әйтеүенсә, тармаҡтағы юғары күрһәткестәр Республика етәкеселеге менән бергә алып барылған тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Ведомство-ара комиссия ултырышында газ заправкалау стациялары төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле Республикала был объекттарҙың иҫәбе 4 тиҫтәнән ашыу. Киләсәктә һанды арттырыу бурысы ҡуйыла, сөнки ихтыяж арта. Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн дә газ менән заправкаланған техника алырға ҡушты.

Республикала 2020 йылдан социаль яҡлауға мохтаж категорияларға сертификаттар ҙа бирелә. Әлегә тиклем 240 миллион һумға 5 мең ярым сертификат тапшырылған. Быйыл финанслау күләме 50 миллион һум. Матди ярҙамға һуғыш, хәрбиә хәрәкәттәре ветерандары, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр, ишле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр мөрәжәғәт итә ала.

Фото №1 - Башҡортостанда 2025 йылға тиклем газ үткәреүгә 13 миллиард 500 миллион һум аҡса йүнәлтелә

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ