Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 421 кешегә артҡан

Бөгөн стационарҙарҙа 170 кеше дауалана, уларҙың 109-ы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 45 пациенттың берәүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 4 545 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 364 кеше һауығып сыҡҡан, коронавирустан 16 үлем осрағы теркәлгән.

Республика халҡын коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Планда 2 484 667 кешене вакциналау. Бөгөнгә төбәктә 2 182 936 кеше вакцинаның ике дозаһын да ҡаҙатып өлгөргән. Был прививка яһалырға тейешле халыҡтың 88 процентҡа яҡыны. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына вакцинация үтеү өсөн 13 807 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 421 кешегә артҡан

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ