Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында һауа бысраныуына нефть эшкәртеү һәм йылылыҡ энергетикаһы объекттары сәбәпсе булыуы ихтимал. Был турала Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.
Был предприятиелар федераль экологик күҙәтеүгә ҡарай һәм уларҙа тикшереү үткәреү өсөн Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү Көнъяҡ-Урал төбәк-ара идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул Өфө ҡалаһы , Зорге урамы 58 адресы буйынса урынлашҡан.
Ойошмаға иртәнге сәғәт ундан дүрткә тиклем шылтыратырға мөмкин. Ҡыҙыу линия телефоны 8-800-700-90-30. Шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә 112 һаны буйынса ла ҡабул ителә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Фурманов урамында һауала аммиактың норманан артыҡ булыуы теркәлгән. Шулай уҡ Гоголь урамында углерод оксиды буйынса күрһәткес юғары.
Рәмилә Исмәғилева




