1 февралдән Күсемһеҙ милек тураһында берҙәм дәүләт реестрында йорттоң авария хәлендә булыу-булмауы йә иһә торлаҡты һүтеү йәки төҙөкләндереү талап ителеүе тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә.
Россреестр һәм Федераль кадастр палатаһының онлайн-сервистары аша справкаларҙы бер нисә минут эсендә генә алырға мөмкин була. Документты күп функциялы үҙәктәр аша ҡағыҙ рәүешендә лә алырға мөмкин. Әммә был осраҡта справка алыу 3 көнгә һуҙыла. Ике документ та бер тиң юридик хоҡуҡҡа эйә.
Гөлдәриә Йосопова







