Һауым күрһәткестәрен арттырып!

Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалығында яңы ҡуралар сафҡа индерелде. Заман талаптарына яуап биргән комплекста мал һанын арттырыу ҙа планлаштырылған. Бөгөнгә һөт продукцияһын эшкәртеү буйынса тәүге уңыштар ҙа бар. Яңы цех асылған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Махсус техника менән мал аҙығын килтергәндән һуң, эшселәр көрәк менән уны тарата башлай. Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, яңы төҙөлгән ҡурала эшләүе күпкә еңелерәк. Тиҙәк таҙартыу тулыһынса автоматлаштырылған, яҡтыртыу, елләтеү системаһы ла бар. Корпус 480 баш һыйырға иҫәпләнгән, әле ул йөҙ процентҡа тулы.

Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылында урынлашҡан һөтсөлөк фермаһының һауын залдары 1200 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Бөгөнгәсә ул тулы ҡеүәттә файҙаланылмаған. Сөнки мал һаны ике тапҡырға кәмерәк була. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында өҫтәмә ике ҡура төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Билдәле булыуынса, эре агросәнәғәт предприятиеһына тағы ла алты ауыл фермаһы ҡарай. Дөйөм алғанда, бында тәүлегенә алтмыш тонна һөт етештерелә.

2018 йылда Калинин исемендәге хужалыҡ кооперативҡа ҡушыла. Берләшеү нигеҙендә үҫешкә яңы мөмкинлектәр асыла. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы тарафынан һөт эшкәртеү цехы асыуға өс миллион һумлыҡ грант бүленә. Шулай уҡ ҡорамалдар ҙа субсидияға алына. Бөгөнгө көндә етештерелгән продукция күләме арта ғына.

Предприятие ярты йыл элек кенә сафҡа индерелеүгә ҡарамаҫтан, һөт продукцияһы ассортименты бай. Бында, хатта, ҡымыҙ эсемлеге лә сығарыла. Хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, көнөнә кәмендә дүрт тонна сеймал эшкәртелә. Үлсәп төрөлгәндән һуң барлыҡ тауар складҡа, артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһының магазин кәштәләренә оҙатыла.

Ауыл хужалығы продукцияһына ихтыяж юғары. Сифаты менән алдыра. Шуға күрә предприятиела ит эшкәртеүгә лә баҫым яһау планлаштырыла. Әлегә бар көстәр матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтелгән. Етештереүсәнлекте арттырыу бурысы хужалыҡтың баш иҡтисадсыһы Илшат Сәфиуллин иңендә. Йәш белгес былтыр министрлыҡ тарафынан уҙғарылған «Агросәнәғәт лидерҙары» конкурсында ла уңышлы ҡатнашҡан. Идара итеү буйынса компетенцияһын киңәйтә.

Хужалыҡта йәш белгестәргә ихтыяж юғары. Ауылға эшкә ҡайтыусыларға дәртләндереү саралары ҡаралған. Ошо маҡсатта юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.

Фото №1 - Һауым күрһәткестәрен арттырып!

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ