Башҡорт балы Францияға оҙатыласаҡ

Башҡортостан Фәндәр академияһы вәкилдәре һәм Франция белгестәре араһында халыҡ-ара килешеүгә ҡул ҡуйылды. «БиХеппи» француз предприятиеһы менән булдырылған хеҙмәттәшлек нигеҙендә ғилми тикшеренеүҙәр ойоштороу ҡаралған. Уртаҡ фәнни тәжрибәләр барышында башҡорт балының химик составы тикшерелеп, сифаты яҡшыртыласаҡ.

Бынан тыш, бал ҡорттарын һәм йүкә урмандарын ҡоротҡостарҙан һаҡлау буйынса экологик яҡтан зарарһыҙ ысулдар булдырыу йүнәлешендә эшләү планлаштырыла. Һөҙөмтәләр ыңғай булған осраҡта, белгестәр төбәк бренды һаналған бал ҡорто продукцияһын сит илдәргә сығарыуҙың күләмен арттырырға иҫәп тота.

Элеккке йылдар менән сағыштырғанда, 2021 йылда ғына башҡорт балын экспортлау күләме ике тапҡырға артҡан. Польша, Вьетнам, Америка Ҡушма Штаттары, Ҡытай һәм Марокко илдәренә 100 тоннанан ашыу бал ҡорто продукцияһы сығарылған. Килешеү нигеҙендә булдырыласаҡ ғилми тикшеренеү һөҙөмтәләренең быйыл Башҡортостанда үтәсәк «Апимондия» халыҡ-ара конгресында тәҡдим ителеүе көтөлә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда ҡортсолоҡ тармағында ғилми асыштар юҡ түгел. Мәҫәлән, республиканың Фәндәр академияһы ғалимдары булдырған аҡ балауыҙ ярҙамында ауыр металдарһыҙ һәм башҡа зарарлы элементтарһыҙ бал сығарыу мөмкин булды.

Фото №1 - Башҡорт балы Францияға оҙатыласаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ