Һүҙ “Пушкин картаһы” хаҡында. Проекттың маҡсаты – йәштәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу. Ғинуар башынан картаның номиналы 5 мең һум. Был аҡсаны Баймаҡ йәштәре нисек ҡуллана? БЮТ каналының ижади төркөмө асыҡланы.
Халыҡ ижады үҙәгендә Пушкин картаһы буйынса тәүге сара уҙған йылдың ноябрендә үтте. Мәҙәниәт усағы әле лә был йүнәлештә әүҙем һәм маҡсатлы эш алып бара. Махсус карта ярҙамында ғинуар айында үҫмерҙәр «Хазиналар утрауы» исемле мажаралы әҙәби сарала ҡатнашты.
Яңы форматтағы концерттар һәм юбилейҙар, әкиәттәр һәм квестар . Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен төрлөсә һынап ҡарай, үҙ мөмкинлектәрен киңәйтә. Нимәһе ҡыуаныслы, был проектҡа районындың бар белем биреү учреждениелары әүҙем ҡушылды. Картаһы булған 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклемге йәштәр мәҙәни сараларҙа бушлай ҡатнаша ала.
Ағымдағы йылда Пушкин картаһының күләме биш мең һум тәшкил итә. Аҡсаны театр һәм музейҙарҙа, күргәҙмә һәм концерттарҙа ҡулланырға мөмкин. Пушкин картаһын башҡа ҡалаларҙағы мәҙәни сараларҙа ла файҙаланырға була. Иң мөһиме: ойоштороусы проекттың партнеры булырға тейеш.
Февралдә Пушкин картаһының файҙаланыу мөмкинлеге киңәйә – уның ярҙамында кинотеатрҙарҙа Рәсәй фильмдарын ҡарарға була. Был маҡсатта 2000 һум ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ Пушкин картаһынан килгән килемде мәҙәни учреждение үҙенең матди-техник базаһын яңыртыуға йүнәлтә ала.
Әлфиә Хәмитова




