Радий Хәбиров: "Республикала меңәрләгән йорт газ менән йылытыла башлай"

Башҡортостанда 2025 йылға  тиклем газ үткәреүгә 13 миллиард 500 миллион һум аҡса йүнәлтелә.  Был аҡсаға  25 меңдән ашыу йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ҡарала.  Был турала Радий Хәбиров "Газпром" акционерҙар йәмғиәтендә уҙған ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе.  Онлайн-форматта ойошторолған сарала шулай уҡ газификацияны тамамлау  программаһы, транспорт сараларын газға күсереү,  яңы заправкалау станциялары төҙөү хаҡында һүҙ барҙы. Башҡортостанда газификация кимәле 84 процентҡа яҡын. Киләһе  3 йылда  25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров: "Республикала меңәрләгән йорт газ менән йылытыла башлай"

Башҡортостанда газификация программаһына 130 мең йорт инә, 19 мең ғариза ҡабул ителгән, әлегә 2 меңе үтәлгән. Газификация программаһына ярашлы, участка сигенә тиклем селтәрҙәр бушлай  һуҙыла. "Газпром Трансгаз Өфө" йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов.

Радий Хәбиров: "Республикала меңәрләгән йорт газ менән йылытыла башлай"

Ведомство-ара комиссия ултырышында газ тултырыу станциялары төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле Республикала был объекттарҙың иҫәбе 4 тиҫтәнән ашыу. Киләсәктә һанды арттырыу бурысы ҡуйыла.

Фото №1 - Радий Хәбиров: "Республикала  меңәрләгән йорт газ менән йылытыла башлай"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ