Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында - карантин

Сусҡаларҙа африка тағуны асыҡланыуға бәйле, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында карантин иғлан ителде. Был осорҙа сусҡа аҙығын һатыу, алыу һәм күсереү тыйыла. Шулай уҡ хайуандарҙы салыу, ҡыр сусҡаһына һунар итеү рөхсәт ителмәй.  Хәүефле сир Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙың береһендә асыҡланды. Сусҡалар сифатһыҙ аҙыҡтан зарарланыуы мөмкин, ти Башҡортостан Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында - карантин

Сусҡаларҙың африка тағуны – йоғошло сир, ул бик тиҙ тарала. Уның тураһында 1903 йылдан  билдәле, Рәсәйҙә 2007 йылдан  теркәлә. Уның менән йорт һәм ҡырағай сусҡалар сирләй.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында - карантин
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ