Башҡорт дәүләт университетында 2-се бөтә Рәсәй “Йәш хәбәрселәр” фестиваленә йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар команда ярышы, ораторлыҡ оҫталығы һәм викторина бәйгеләрендә көс һынашты. Журналистика кафедраһы мөдире Рәмзиә Мостафина һөйләй.
Фестивалдә быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, республикабыҙҙың ҡала-райондарынан 350 ашыу уҡыусы ҡатнашты. Мәләүез ҡалаһының 6-сы лицей командаһы айырыуса ҙур тырышлыҡ менән әҙерләнгән. “Киләсәгемде журналистика менән бәйләргә теләйем”, ти Розалия Байназарова







