Юл мәсьәләһе - тәүге урында. Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр араһында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу үтенесе менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Бөгөн Башҡортостан телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуында ошо турала һүҙ барҙы. Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов БСТ студияһы менән тура элемтәгә сығып Ордженикидзе районындағы хәл менән таныштырҙы.







