Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡараны. Ҡануниәткә ярашлы , эшҡыуарҙарға умарта ултыртыу өсөн аныҡ урындар билдәләнә. Ләкин был уларҙың эшмәкәрлек итеү биләмәләре сикләнә тигән һүҙ түгел.
Киреһенсә, закон уларҙы хәүефле урындарҙан аралау маҡсатында булдырылған. Атап әйткәндә умарталарҙы химикаттар, минераль ашламалар һаҡланған келәттәргә, үлгән мал күмеү соҡорҙарына яҡын урынлаштырыу тыйыла. Бынан тыш сәсеүлектәрҙе эшкәртеү эшенә лә төҙәтмәләр индерелә.
Алтынсы саҡырылыш депутаттарының ҡырҡынсы ултырышына сығарылған закон проекттары араһында тап ер мөнәсәбәттәре һәм ауыл хужалығына ҡағылышлылары байтаҡ. Мәҫәлән, продукция етештереүселәр ике йылға берҙәм ауыл хужалығы һалымы түләүҙән азат ителә. Быға тиклем һалым күләме килемдең 6 процентын тәшкил итә ине.
Нулле ставканы хеҙмәткәрҙәрҙең 90 процентын һаҡлап ҡалыусы ойошмалар ҡуллана ала. Депутаттар фекеренсә, һалым түләүен кәметеү республиканың инвестиция йәлеп итеү һәләтенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
Айнур Кәбиров




