Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов Салауат Юлаев ордены менән наградаланды

Юғары награда уға 55 йәшлек юбилейы айҡанлы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған концертында тапшырылды. «Йөрәгемдән йырҙар осорам» тип аталған программала ул тамашасыларға яңы йырҙарын тәҡдим итте.

Йырсы, музыкант-аккомпониаторҙың ижади әҫәрҙәрен филармонияның танылған һәм йәш йырсылары башҡарҙы. Байдамдың үҙәгендә юбиляр етәкселегендәге «Далан» эстрада төркөмө лә сығыш яһаны. Концерт программаһы менән ул Башҡортостан райондары, тыуған яғы Ырымбур өлкәһенә һәм Силәбе өлкәһенә барырға ниәтләй.

Артур Туҡтағоловтың йөҙҙән ашыу йыры бар, ул ижадында тыуған яҡты, ер-һыуҙарҙы һәм изге хистәрҙе данлай. Артур Бәҙри улын Башҡортостан һәм ил кимәлендә генә түгел, сит илдәр, бигерәк тә төрки донъяһында яратып тыңлайҙар. Ул ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын – республикабыҙҙың, башҡорт халҡының патриот улы һәм һәләтле йырсыһы булып таныла.

Фото №1 - Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов Салауат Юлаев ордены менән наградаланды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ