Өфөнөң Йәштәр һарайында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың иҫтәлегенә концерт үтте.
«6 йыл һинһеҙ» тип аталған концертта Башҡортостан һәм Татарстан артистары Вәсилә Фәттәхова башҡарған йырҙар менән сығыш яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вәсилә Рәзиф ҡыҙы алты йыл элек 26 ғинуарҙа 36 йәшендә арабыҙҙан китте. Уның ике балаһы ҡалды.
Концертты тормош иптәше Илгиз Әбдрәҡипов ойошторған, шулай уҡ күптән түгел йырсы иҫтәлегенә башҡорт балы, сәй һәм уның йырҙарынан торған тупланма сыға башланған.
Белорет районында тыуған ҡыҙ Учалыла сәнғәт колледжында һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған. Өфөгә килгәс, Айҙар Ғәлимов төркөмөндә сығыш яһаны.
Эстрадала Урал Рәшитов яҙған «Тыуған яҡ» йыры менән киң танылыу алды, был йырҙы төрлө милләт вәкилдәре яратып тыңлай. Уның башҡарыуында һәр йыр популярлыҡ ала ине. Программала мәрхүмәнең йырлап өлгөрмәгән йырҙары ла яңғыраны. Тамашала ҡатнашыусылар концертты «Тыуған яҡ -ты бергә йырлап тамамланы.
Рәмилә Исмәғилева




