Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 103 резидент теркәлгән

Был күрһәткес буйынса төбәк илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Республика башлығы билдәләүенсә, беҙгә ҙур сығымдар һалырға, инвестиция проектарын ғәмәлгә ашырырға әҙер булған Рәсәй һәм сит илдәр компаниялары әүҙем килә.

Бөгөнгә ТОСЭР резидентары Башҡортостан иҡтисадына 5,4 миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп итте, 3 мең ярымдан ашыу кешегә эш урындары тыуҙырҙы. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре Күмертау, Благовещен, Нефтекама, Белорет һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан.

Был төбәктәрҙә эш башлаған ойошмалар түбәнәйтелгән һалым ставкалары, страховка иғәнә ставкалары менән ҡуллана ала. Башҡарылған был эштәр киләсәктә 52 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итергә һәм 8 мең самаһы эш урыны асырға ярҙам итер тип көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 103 резидент теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ