Кушнаренко район мәҙәниәт йорто бинаһында вакцинация пункты барлыҡҡа килде

Бында килеүсе халыҡ дауаханала кеүек үк анкета тултырып, табип тикшереүе үткәндән һуң, прививка ҡаҙата ала. Өҫтәмә вакцинация пункты сәғәт ундан өскә тиклем эшләй.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған «Өлкәндәрҙе хәстәрләп» акцияһы сиктәрендә вакцинация үткән 65 йәштән өлкәнерәк граждандар бүләккә эйә була. Йыйылмала коронавирустан һаҡланыу саралары – битлек һәм санитайзерҙар. Ай һайын прививка ҡаҙатыусылар араһында тонометр ҙа уйнатыласаҡ.

Мин бөгөн вакцинаның икенсе компонентын эшләтергә килдем. Минеңсә, вакцинация бик кәрәкле һәм мөһим сара. Ғаиләгеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы, бигерәк тә өлкән йәштәге яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Хәлиҙә Моратова, Кушнаренко ауылында йәшәүсе

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы Кушнаренко районында ла пандемия шарттарында ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итә. Ирекмәндәр өлкән йәштәгеләргә ҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар илтә, вакцинация пункттарына алып бара.

Фото №1 - Кушнаренко район мәҙәниәт йорто бинаһында вакцинация пункты барлыҡҡа килде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ