Былтыр республикала 4 меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһында 480 кешенең ғүмере өҙөлгән

Күңелһеҙ статистика бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йыл һөҙөмтәләрен барлаған ултырышта иғлан ителде. Балалар ҡатнашлығындағы күңелһеҙ осраҡтар ҙа етерлек.

Шунлыҡтан быйыл да профилактик сараларҙы көсәйтеү күҙаллана. Былтыр 23 тапҡыр ойошторолған рейдта 3 меңләп водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Күрәһең, бәғзеләргә закондың ҡатылығы ла кәртә түгел. Юлдағыларҙы, шул иҫәптән йәйәүлеләрҙе лә бәхетһеҙ осраҡтарҙан аралау өсөн патруль экипаждары һаны арттырылған.

Фото №1 - Былтыр республикала 4 меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһында 480 кешенең ғүмере өҙөлгән

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ