Былтыр республикала меңдән ашыу кеше дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен башлаған

Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам эшҡыуарлыҡҡа тотоноусыларға киң мөмкинлектәр аса. Өфөлә йәшәүсе Галина Лобанова был программала ҡатнашып, кондитер цехын асыу проектын яҡлап,бизнесын башлауға финанс ярҙамы алған. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Галина Лобанова десерттарҙың рецепттарын, ингридиенттар миҡдарын, ниндәй тәртиптә һалырға кәрәклеген ятҡа белә һәм манипуляцияларҙы үҙ ваҡытында башҡара. Пастеризацияланған йомортҡа аҡһымын һигеҙ минут буйына миксерҙа туҡый, күбек барлыҡҡа килгәс, бер семтем тоҙ, сама менән крахмал,өс өлөшкә бүлеп шәкәр ҡомо ҡоя.

Шулай иткәндә бизе ҡатмай, йомшаҡ мамыҡ хәленә еткерелә. Шеф-кондитер бик аҙ миҡдарҙа лимон кислотаһын, десерт ҡалағы менән кукуруз крахмалын да ҡуллана. Туҡланыу өсөн еңел һәм таҙа ризыҡ булараҡ был десерт ҡасандыр балерина Анна Павлова үтенесе буйынса әҙерләнгән.

Кондитер өлкөһендә тәжрибәм етәрлек. Өфөлә сифатлы сегмент бик һирәк, шуға ла премиум ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү маҡсаты менән үҙ эшемде астым. Үҫемлек майы, маргарин ҡулланмайбыҙ, һөттөң ағын, 82,5 процентлы май ҡулланабыҙ. Беҙҙең бурыс:сифатлы, тәмле, туҡлыҡлы татлы ризыҡтар етештереү.

Галина Лобанова, шеф-кондитер

Үҙ эшен асырға йөръәт иткән эшҡыуарға дәүләт социаль контракт нигеҙендә 250 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам иткән. Уларға кондитер цехы өсөн витрина, ике һыуытҡыс, мейес һатып алынған.

Был кондитер цехындағы мейестә 12 төрлө тәмлекәстәр етештерелә. Был мейес тауышһыҙ эшләй. Унда төрлө программалар индерергә мөмкин. Анна Павлова десерты 100 градуста бешерелеп, сәғәт эсендә әҙер була.

Галина Лобанова кондитер эшендә, туплаған тәжрибәһен ҡулланыуҙан тыш, заманса алымдарға ла ҡыйыу тотона. Эшҡыуар даими эҙләнә, багажын үҙе уйлап тапҡан авторлыҡ рецеттары менән байыта. Чизкейктар, ваҡ өлөштән торған пирожныйҙар, зефир розалары уның ҡулында ысын сәнғәт әҫәренә әүерелә. Йыл башынан асылған кондитер цехында тыуған көндәр һәм башҡа ғаилә байрамдарына килеүселәр үҙ ҡулдары менән бешергән тәмлекстәр менән һыйлана аласаҡ.

Адреслы социаль контаркт нигеҙендә аҡсалата ярҙамдан тыш, яңы һөнәр үҙләштереүселәргә курстарҙы түләү, шәхси етештереү хужалыҡтарына 100 мең һум күләмендә аҡса йүнәлтелә. Социаль контракт нигеҙендә үҙ эшен асҡан Галина Лобанова ла эшмәкәрлеген киңәйтеп, оҫталыҡ дәрестәре, кондитер серҙәре менән бүлешә торған курстар ҙа үткәрәсәк.

Фото №1 - Былтыр республикала меңдән ашыу кеше дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен башлаған

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ