Башҡортостанда 6 меңдән ашыу асарбаҡ иҫәпләнә

Был тик рәсми статистика һандары ғына. Ысынында иһә күрһәткес көндән-көн үҫә. Йортһоҙ ҡалған кешеләр өсөн Өфөлә «Йәшәүгә хоҡуҡ» мәрхәмәтлек акцияһы ойошторолдо. Социаль үҙәк башланғысындағы сарала уларға йылы аш тәҡдим ителде, кейем-һалым таратылды. Бындай саралар ай һайын үтә.

22 йыл йортһоҙ. Өфөлә көн күреүсе Илгиз Аҡбашев ике тиҫтә йылдан ашыу асарбаҡ тормошо алып бара. Туғандарым бар ҙа, әммә аралашмайбыҙ, ти ул. Документтары булмағас, эшкә урынлашыу мәсьәләһе лә киҫкен тора. Әлеге ваҡытта Илгиз Аҡбашев механизатор булып көн итергә аҡса эшләргә тырыша.

Өфө урамдарының береһендә үткән мәрхәмәтлек сараһында йәшәр урыны булмағандар кейем-һалым алды, йылы аш менән туҡланды. Һыуыҡ көндәрҙә бындай ашамлыҡ тамаҡҡа ғына түгел, күңелгә лә йылы өҫтәй. Менюла борщ, ҡарабойҙай бутҡаһы, икмәк һәм ҡайнар сәй. Изгелек акцияһын республика социаль үҙәге ойошторҙо. Ойошма йортһоҙ ҡалғандарҙы үҙ ҡурсауына алып, психологик һәм юридик ярҙам да күрһәтә, эшкә урынлаштыра.

Асарбаҡтар араһында ҡасандыр хөкөм ителеүселәр күпселекте тәшкил итә. Социаль үҙәктә тороусылар араһында документтарын юғалтыусылар, янғын һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалыусылар, хатта үҙ өйөнән ҡыуылыусылар ҙа бар. Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар һәм уларға кәрәк-яраҡ тапшырып ярҙам итергә теләүселәр Өфөнөң Колгуев урамы, 29 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала.

Фото №1 - Башҡортостанда 6 меңдән ашыу асарбаҡ иҫәпләнә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ