Стәрлетамаҡ уҡыусылары робототехника фестивалендә еңеү яуланы

Стәрлетамаҡтағы Кванториум балалар технопаркында шөғөлләнеүселәр «Заманса теплица» проекты менән робототехника фестивалендә еңеү яуланы. Уҡыусылар йылытманың бәләкәй күсермәһен ҡороп, уны автоматик рәүештә эшләгән һыу һибеү, елләтеү системаһына тоташтыра. Шулай уҡ тупраҡтың дымлылығын иҫәпләүсе махсус датчиктар менән тәьмин итә.

Әлегә проект авторҙары мобиль ҡушымта өҫтөндә эшләй, уның ярҙамында теплица менән ситтән тороп идара итеп буласаҡ. Кванториумға килгәндә, ул былтыр сентябрҙә ҡаланың 12-cе лицейында ойошторолғайны. Бында уҡыусылар робототехника, программалау серҙәренә төшөнә, инженер, техник һөнәрҙәрҙе үҙләштерә.

Кванториумда балалар уңайлы шарттарҙа белемен камиллаштыра. Ноутбуктар, 3д-принтер, бәләкәй пилотһыҙ осоусы аппараттар - лицей кабинеттарын заманса ҡорамалдар, һанлы лабораториялар менән йыһазландырыуға ғына 20 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Проект сиктәрендә уҡытыусылар ҙа өҫтәмә белем биреү буйынса махсус уҡыуҙар үткән.

Биология кабинеты һанлы лаборатория менән тәьмин ителде. Махсус датчиктар ярҙамында тикшереү участкаһында тауыш, яҡтыртыу кимәлен, һыуҙың сифатын билдәләргә була. Шулай уҡ тупраҡ, ҡар өлгөләрен алып, уҡыусылар менән проект эштәре башҡарырға мөмкин. Һанлы микроскоптарҙың булыуы ла балаларҙа фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы.

Наталья Әхтәмова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 12-се лицейы биология уҡытыусыһы
Фото №1 - Стәрлетамаҡ уҡыусылары робототехника фестивалендә еңеү яуланы

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ