Благовар районында «ВАЗ» автомобиле «КамАЗ» менән бәрелешкән

Авария һөҙөмтәһендә өс кеше зыян күргән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, еңел транспорт сараһының 34 йәшлек водителе йөк машинаһын уҙыу өсөн өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан булған. Әммә ошо мәлдә ул «КамАЗ»дың да һул яҡҡа боролоуына иғтибар итеп өлгөрмәй.

Аварияла «ВАЗ» водителе һәм уның ике пассажиры төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Фото №1 - Благовар районында «ВАЗ» автомобиле «КамАЗ» менән бәрелешкән
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ