Балалар һәм үҫмерҙәр драматургияла көсөн һынай

Драматургия һәм сәхнә әҫәрҙәре өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаусылар «Драм-квадрат» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн театраль лаборатория» белем биреү проектында шөғөлләнгән. Был проект Шотландияның «Траверс» театрының үҫмерҙәр менән эшләү методикаһы буйынса эшләй. Йәш драматург Әнгизә Ишбулдина үҙе янына режиссура, драматургия менән мауығыусы үҫмерҙәрҙе йыйған.

Театрҙың бәләкәй сәхнәһендә үҫмерҙәр ижад иткән спектаклдәрҙән иң ҡыҙыҡлы өҙөктәр сәхнәләштерелде. Иң бәләкәй авторға 13, ә иң өлкәненә 17 йәш. Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәгенең 7-се синыф уҡыусыһы Таисия Иванова өсөн был тәүге премьера.

Мине лейкоздан яфаланған балаға донорлыҡ темаһы бик борсой ине. Тормошта бит йыш ҡына балалар ҡазаға тарыған дуҫына ярҙамға ашыға, ә ата-әсәһе ҡырҡа ҡаршы төшә. Был пьеса аша мин изгелек һәм миһырбанлыҡ темаларын күтәрәм.

Таисия Иванова, «Драм-квадрат» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн театр лабораторияһында ҡатнашыусы
Фото №1 - Балалар һәм үҫмерҙәр драматургияла көсөн һынай

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ