Республиканың йылдам үҫеш биләмәләрендә 103 резидент теркәлгән

Был күрһәткес буйынса төбәк илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Ошо турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, беҙгә ҙур сығым һалырға, инвестиция проектарын ғәмәлгә ашырырға әҙер булған Рәсәй һәм сит илдәр компаниялары әүҙем килә. Бөгөнгә ТОСЭР резиденттары ярҙамында республика иҡтисадына 5  миллиард  ярым һум күләмендә инвестиция йәлеп ителгән, 3 мең ярымдан ашыу кешегә эш урыны булдырылған. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре Күмертау, Благовещен, Нефтекама, Белорет һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан.

Фото №1 - Республиканың йылдам үҫеш биләмәләрендә 103 резидент теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ