Республика ит етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр сююзы рәйесе Виктор Фрейдин Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Бындай ҡарарға килеүен ул республикала африка тағуны асыҡланыуы менән аңлатты. Хәүефле сир ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарының береһендә асыҡланды.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса зарарланыу сығанағы булып ҡулланыу мөҙҙәте үткән аҙыҡ һәм туҡланыу ҡалдыҡтары күрһәтелә. Әлеге ваҡытта сусҡаларҙың күпләп ҡырылыуын туҡтатыу маҡсатында тейешле саралар күрелә, ти республика ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин.
Африка тағуны асыҡланыуға бәйле, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында карантин иғлан ителде.







