Карантинда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар, сит төбәктәрҙән ҡайтыусылар һәм улар менән бәйләнештә булыусылар ултырырға бурыслы. Үҙизоляция шарттары үтәлешен Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм халыҡ именлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеү хеҙмәте тикшерә. Талаптарҙы үтәмәгән граждандарға 40 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре көнөнә 50-нән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. Уларҙың бурысы – коронавирус йоҡтороусылар һәм улар менән бәйләнештә булыусыларҙың үҙизоляция тәртибен үтәүен контролдә тотоу. Быға тиклем күҙәтеү ауырыуҙарҙың йорттарына йөрөп ойошторолһа, инфекция осраҡтары артыу менән эш дистанцион форматҡа күсерелгән. Үҙизоляция шарттарын үтәмәү өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Үҙизоляциялағы граждандарҙы социаль яҡлау ойошмалары ла күҙәтә. «Социум» социаль үҙәге ҡарамағында - Өфө районының Совет һәм Ленин райондары. Ойошманың социаль хеҙмәткәрҙәре мохтаждарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар илтә.
Коронавирус йоҡтороусыға шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба менән ҡулланып, башҡа ғаилә ағзаларынан айырым бүлмәлә йәшәргә тәҡдим ителә. Аш бүлмәһенә сығыу режимын билдәләү ҙә урынлы. Ғаилә башлығында коронавирус раҫланғандан бирле, Изикаевтар ғаиләһе үҙизоляцияға күскән. Инде бишенсе көн улар урамға сыҡмай.
Әлеге көндә бер Өфөлә генә нисәмә кеше үҙизоляцияла булыуын әйтеүе ҡатмарлы. Һандар көн һайын үҙгәреп тора. Шул уҡ ваҡытта коронавирустың «омикрон» штамын йоҡтороусылар арта. Үҙизоляция шарттарын теүәл үтәүҙең башҡалар хәүефһеҙлеге өсөн ни тиклем мөһим булыуын иҫтән сығарырға ярамай.
Рәзилә Ғиниәтуллина




