Йыл башынан Республика кардиология үҙәге белгестәре алыҫ райондарҙа йәшәүсе сирлеләргә 65 телемедицина консультацияһы ойошторған. Декабрь аҙағына был күрһәткес мең ярымға етер тип көтөлә.
Коронавирус ваҡытында ситтән тороп медицина ярҙамы алыуға ихтыяж артыуы күҙәтелә. Ун биш-егерме минутлыҡ консультация өсөн Өфөгә йөрөргә кәрәкмәй, урындағы поликлиника, йә фельдшер-акушерлыҡ пунктына килеп баш ҡала табиптары менән бәйләнешкә инергә мөмкин. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Республика кардиология үҙәге белгестәре Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы пациентына видеобәйләнеш аша консультация ойошторҙо. Хәтифә Хөснуллина инсульт үткәргән, юғары ҡан баҫымы, тын ҡыҫылыу, хәлһеҙлектән яфалана. Баш әйләнгәнгә, таяҡҡа таянып йөрөргә мәжбүр. Махсус программала пациент диагнозы, тапшырған анализдары тураһында дөйөм мәғлүмәт тупланған. Өфө табиптары райондың медицина хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшеп эш итә.
Консультация һөҙөмтәһе буйынса пациентҡа өҫтәмә рентген тикшеренеүҙәр үткәреү кәрәклеге билдәләнде. Ризалыҡ булғанда, йөрәк ҡан тамырҙарына коронарография ойоштороласаҡ.
Пациент риза. Райондың табип-кардиологы Алина Әхкәмова уға шунда уҡ республика крадиология үҙәгенә йүнәлтмә яҙҙы. Телеконсультация барышында ауырыуҙы дауалау тактикаһы ла билдәләнде.
Башҡортостанда телемедицина технологиялары 2001 йылдан алып ҡулланыла башлай. Тәүҙә баш ҡала белгестәре федераль дауалау учреждениелары менән генә бәйләнешкә инһә, хәҙер район-ҡала табиптары, пациенттар менән дә консультациялар ойошторола. Видеокамера, компьютер, интернет барҙа – аралар ҙа күпкә яҡыная. Республика кардиология үҙәге белгестәре алыҫ райондарҙа йәшәүсе сирлеләр менән икенсе йыл тығыҙ бәйләнештә. Был хеҙмәт менән айырыуса Ейәнсура, Благовар, Дыуан, Салауат райондары халҡы киң ҡуллана.
Һуңғы биш айҙа ғына республика кардиология үҙәге белгестәре ярты меңгә яҡын телемедицина консультацияһы ойошторған. Был хеҙмәт йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланыусыларға бушлай күрһәтелә. Өфө белгестәре менән видеобәйләнешкә инеү ҡарарын йәшәү урыны буйынса терапевт йә фельдшер ҡабул итә.
Гөлназ Хәйбуллина




