Быйыл конкурсҡа Иглин районының 15 ауыл биләмәһе хакимиәте заявка ебәргән. Йыйылыштарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған һәйкәлдәрҙе яңыртыу, спорт майҙансыҡтары эшләү кеүек мәсьәләләр күтәрелгән. Иҫке Ҡыбау ауылында йәшәүселәр, мәҫәлән, балалар майҙансығын булдырыу теләге менән яна. Объект хаҡы 800 мең һумдан аша.
Программа шарттарына ярашлы, сығымдарҙы ауыл халҡы, урындағы хакимиәт һәм бағыусылар ҡаплай. Ҡалған сумма республика ҡаҙнаһынан бүленә. Иҫке Ҡыбау халҡы проектҡа үҙ өлөшөн индерергә әҙер. Сөнки, ауылда йәшәгән 350-ләп кешенең 166-ы балалар.
Азат Ғәлиуллин







