Прокуратура тикшереүе буйынса, урындағы ҡошсолоҡ предприятиеһы хеҙмәткәре балаһын эш сменаһы ваҡытында тапҡан. Ҡатын һүҙҙәре буйынса малай тыуғанда уҡ үле булған.
Асыҡланыуынса, «Экотех-Мәләүез» йәмғиәте коллективы ҡалдыҡтарҙы айырған ваҡытта ҡурҡыныс табышҡа юлыға. Ҡара пакет эсендә ятҡан бала кәүҙәһен күреү менән улар хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.
Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү ойошторған. Баланың үлем осрағын асыҡлау маҡсатында суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тәфтишселәр полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сабыйҙың әсәһен тапҡан.
Әле 26 йәшлек Лиана Йәмилова менән тикшереү эштәре алып барыла. Уның өйҙә тағы ла ике балаһы булыуы билдәле. Сабыйын контейнерға ташлаған ҡатынды әсәлек хоҡуғына мәхрүм итеү мәсьәләһе ҡарала.




