Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейҙа халыҡ шағиры Хәсән Назаровтың 80 йәшенә арналған сара үтте. “Халыҡ рухын сағылдырыусы шағир” тип аталған махсус күргәҙмә асылды. Унда әҙиптең ижад өлгөләре һәм шәхси әйберҙәре йыйылған. Музей мөдире, филология фәндәре докторы Ғәҙилә Бүләкова һөйләй.







