Ул Ҡыш тамамланыуын символлаштыра. Боронғо славян һәм ҡайһы бер халыҡтарҙа ҡышты оҙатыуға арналған һәм христиан календары буйынса пост алдынан үткәрелгән мәжүси байрамдарҙың береһе - Масленица яҡынлаша. Боронғо Рустә 30 ғинуар иң популяр байрамдарҙың береһе булараҡ билдәләнгән. Был көндә Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу тураһында һөйләгәндәр. Көнбайыш Яңы йылы һәм Раштыуа мифологияһында беҙҙең Ҡарһылыу кеүек персонаж да, Ҡыш бабайҙың сәфәрҙәштәре лә юҡ.







