«Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәров бөгөн матур ғүмер байрамын билдәләй. Замандашыбыҙ күптәргә шағир, драматург булараҡ та яҡшы таныш. Башҡортостан һәм күрше төбәк театрҙарында тиҫтәләп драма әҫәре сәхнәләштерелгән.
Башҡортостандың төп әҙәби публицистик баҫмаһының киләһе һанына мәҡәләләр туплана. Материалдар араһында ваҡытлы матбуғат уҡыусылары, мөхәрриәт хеҙмәткәрҙәренең дә ижади эштәре бар. Салауат Әбүзәровты, ғөмүмән, белмәгән һирәк. Уның халыҡсан ижадын гәзит-журнал алдырыусыларҙан тыш, республика театрҙары тамашасыһы ла танып белә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенән оҙаҡ йылдар яратып уйналған «Хыялый» лирик комедияһын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Спектакль тормошсан хәл-ваҡиғаларға таянып ижад ителгән. Ул шуның менән алдыра. Салауат Әбүзәровтың драматургия өлкәһендәге уңышы ҙур. Тиҫтәләп пьеса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында, шул иҫәптән Татарстан һәм Ырымбурҙа сәхнәләштерелгән.
Салауат Нәзир улы бар ғүмерен милли журналистиканы үҫтереүгә арнаған замандаштарыбыҙҙың береһе. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә тәржемәсе булып эш башлай. Унан һуң Өфөлә төпләнгәс «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, унан һуң Ағиҙел» һәм «Һәнәк» редакцияһында эшләй. Бөгөн ул «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире.
Салауат Әбүзәров бөгөн дә ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Журнал эшенән тыш, башҡорт әҙәбиәте донъяһын да байыта. Шиғыр, проза әҫәрҙәренең ваҡытлы матбуғат биттәрендә йыш баҫыла килеүе ошоға хаҡта һөйләй.
Азат Ғәлиуллин




