Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 710 кешегә ҡуйылған

Сирҙән 17 кеше вафат булған. Бөгөн стационарҙарҙа 201 пациент дауалана, уларҙың яртыһынан ашыуы өлкән йәштәгеләр. Ауыр хәлдәге 48 пациенттың икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Тағы ла 5 мең 74 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 452 кеше һауығып сыҡҡан, 17 кеше вафат булған. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау ҙа дауам итә.     

Бөгөнгә төбәктә 2  миллион 197 меңдән ашыу кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 88, 5 проценты. Тәүлек дауамында медицина учреждениеларына вакцина алыу өсөн 12 894 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы тағы ла 710 кешегә ҡуйылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ