Тармаҡ проблемалары Профсоюздар йортонда түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Муниципалитеттарҙа ашығыс ярҙам станцияларына машиналар етмәй, водителдәргә махсус кейем, белгестәргә планшеттар, радиобәйләнеш һәм башҡалар кәрәк. Промед системаһы эшмәкәрлеге лә һорауҙар тыуҙыра.
Һөҙөмтәлә бер саҡырыуға норманан артыҡ ваҡыт китә һәм бригада адрестар буйлап ваҡытына барып етә алмай. Онлайн кәңәшмәлә республиканың ун медицна округы вәкилдәре онлайн бәйләнештә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Тармаҡтың тариф килешеүенә үҙгәрештәр индереү күҙаллана.
Мәҫәлән, ашығыс ярҙам машиналары водителдәренең хеҙмәт окладын күтәреү, ул әлегә 5771 һум тәшкил итә. Округтар буйынса төнгө эш, категория һәм стаж буйынса өҫтәмә аҡса түләү кимәле лә төрлө. Был тәңгәлдә республиканың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү буйынса берҙәм система булырға тейеш, тип билдәләнде түңәрәк өҫтәлдә. Онлайн кәңәшмә буйынса ведомстволарға профсоюз тәҡдимдәр әҙерләй.
Рәмилә Исмәғилева




