Башҡортостанда иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейд үтте

Ял көндәре алдынан намыҫһыҙ автомобилселәр һаны арта. Йома көндө ойошторолған профилактик сара барышында 50-нән ашыу кешенең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Был шикле водителде Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Бөрө районының Үләй ауылы янында күреп ҡала. Инспекторҙарҙың туҡтарға тигән талабын инҡар итеп, ир тик газға нығыраҡ баҫыуын белә. Әммә тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шәп йөрөргә яратыусыны тиҙ арала ҡыуып тота. Быға тиклем ул эскән килеш руль артында йөрөгәне өсөн водитель таныҡлығынан бер тапҡыр мәхрүм ителгән булған. Хәҙер уға енәйәт язаһы янай.

Ә бына был тәртип боҙоусы менән аралашыр өсөн, инспекторҙарға өҫтәмә көс саҡырырға тура килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала водителдең дуҫтары килеп етә. Ир иҫерек көйөнсә ФедорОвка ауылында ҡаргиҙәрҙә елдергән. Быны дәүләт инспекторҙарының видеокамераһы теркәгән. Һуңынан билдәле булыуынса, уның транспортҡа идара итергә хоҡуғы ла булмаған.

Танышын яҡларға тырышыусылар һорауҙарға аныҡ ҡына яуап бирә алмай, урында уҡ мәғлүмәттәре үҙгәреп тора.

Иҫерек водителдәр Өфөлә лә аҙ түгел. Был ир медицина тикшереүенән баш тартты, тимәк ул автоматик рәүештә  таныҡлыҡтан мәхрүм ителәсәк. Ә был «уҙышсы»ны инспекторҙан башта машинала, һуңынан йәйәү баҫтыра. Икенсе илдән килеүсе гражданиндың ҡанында ла алкоголь табылды. 100 грамм эстем тиһә лә, алкотестер яҡынса ярты литр араҡыны күрһәтә.

Башҡортостанда рейд барышында бер тәүлектә генә 50-гә яҡын иҫерек водитель туҡтатылған. Машина менән иҫерек идара итеүсегә 30 мең һум штраф һалынып, ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. Икенсе тапҡыр тотолған кешегә енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Был осраҡта тәртип боҙоусыға 200 меңдән 300 меңгә тиклем штраф түләргә тура киләсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейд үтте

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ