Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамында Высотная һәм Кувыкин урамдары араһында юл төҙөкләндерелә

Объект проекты буйынса дүрт һыҙатлы юл төҙөү ҡаралған. Газ, йылылыҡ, һыу һәм канализация селтәре үҙгәртелә, ливневка канализацияһы төҙөләсәк, яҡтылыҡ ҡоролмалары урынлаштырыла. Газон, тротуар, ике автобус туҡталышы, велосипед юлы була.  

Юлды ремонтлау эше былтыр башланған. Йылдың дүртенсе кварталында уны файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Проект өсөн 400 мең һумдан ашыу аҡса бүленә.

Фото №1 - Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамында Высотная һәм Кувыкин урамдары араһында юл төҙөкләндерелә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ