Илдең Яҙыусылар берлеге 2021 йыл лауреаттарын иғлан итте. "Российский писатель" газетаһы сайтында әҙәбиәттең бөтә жанрҙары буйынса еңеүселәр билдәләнгән. Яҙыусы, “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның әҫәрҙәре “Нәфис әҙәбиәт тәржемәһе” номинацияһында еңеү яулаған. Уларҙы рус теленә танылған шағир Мамед Хәлилов тәржемә иткән. “Уның менән ижади хеҙмәттәшлегебеҙ артабан тағы ла киңәйеренә ышанам”, ти шағирә.







