Иртәгә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға - 29 йыл тула

1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем барған Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ меңдән ашыу һалдат һәм офицер ҡатнаша. Уларҙың 300-ҙән ашыуы һәләк була, алтауһы хәбәрһеҙ юғала.

Республика район-ҡалаларында йыл дауамында яугир-интернационалистар менән осрашыуҙар үтә. Бөгөн Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты музейында яугир-интернационалист Дарис Әүхәҙиев башланғыс синыф уҡыусыларына экскурсия ойошторҙо. Афғанстанда хәрби хеҙмәт үткән замандашыбыҙ музейҙа айырым коллекция булдырған. Унда Афғанстандың дәүләт наградалары, билдәләре, аҡсалары һаҡлана. Уҡыусылар музейҙа хәрби кейем, уҡыу ҡоралдары менән яҡындан танышып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Тап ошондай саралар йәш быуында үткәндәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ололарға ихтирам, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, ти Дарис Фәйзулла улы.

Музей етәксеһе Дарис Әүхәҙиев Афғанстан һуғышында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу, исемдәрен йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яугир-интернационалист бөгөн дә музей коллекцияһын тулыландырыу өҫтөндә эшләй. Иртәгә, ул ҡаланың «Химиктар» мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ сарала сығыш яһарға әҙерләнә.

Авторы: Фәниә Юланова