Башҡортостанда "Рәми дәресе" ойошторола

“Рәми дәресе”.  Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты ошондай атамалы берҙәм республика дәресенә әҙерләнә. Ул халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына  90 йыл тулыуға арнала. Мәғариф учреждениеһы директоры Илнур Сәлихов әйтеүенсә, бынан тыш та саралар үткәреү ҡарала.  

Башҡортостанда "Рәми дәресе" ойошторола

Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған ҙур саралар ойоштороу ҡарала. Ижадсының юбилейы Радий Хәбиров указы буйынса билдәләнә. Саралар офлайн һәм онлайн уҙа. “Китап” нәшриәтендә 5 китап донъя күрәсәк. Уларҙың береһендә Рәми Ғарипов әҫәрҙәре урын ала, башҡалары әҙипкә бағышлана. 12 февралдә шағирҙың ҡәберенә сәскә һалына һәм тантаналы митинг үткәрелә. Бөйөк һүҙ оҫтаһына бағышланған саралар уның тыуған яғы Салауат районында ла уҙасаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда  "Рәми дәресе"  ойошторола
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ