Икенсе йыл ойошторолған конкурста биш тиҫләп ҡатнашыусы туғыҙ номинацияла еңеүгә дәғүә итте. Премия шарттарына ярашлы, ул һөнәр оҫталарына, теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырылып килә.
Вилдан Хәсәнов – халҡыбыҙҙың борондан килгән ҡош сөйөү йолаһын тергеҙеүсе. Бының менән генә сикләнмәй, ул боронғо йола тураһындағы архив документтар һәм фотоһүрәттәрҙе киң ҡатлам тамашасыға сығарыуға күп көс һалды. Шуға ла замандашыбыҙҙың «Ҡурай даны» премияһының «Һөнәр оҫтаһы» номинацияһында тамашасы һөйөүен яулауы осраҡлы түгел. Номинация еңеүсеһе тип табип-онколог Ренат Мәһәҙиев танылды.
Милли телепремия лауреаттарының барыһы ла көмөш миҙал менән бүләкләнде. Еңеүселәр интернетта тауыш биреү юлы менән һайлап алынған. Улар исеме үк мәғәнәһен әйтеп торған туғыҙ номинацияла көс һынашты.
Бер-бер артлы «Ер кешеһе», «Спорт ғаиләһе», «Эшлекле ханым» һәм башҡа номинациялар еңеүселәре биләдәнде. «Миһырбанлы ғаилә» исеменә дәғүә итеүселәрҙең барыһын да еңеүсе тип әйтергә була ине. Улар үҙ балаларынан тыш, уллыҡҡа алған малай-ҡыҙҙарға ла лайыҡлы тәрбиә биреп, өлгөлө ғаилә булараҡ абруй ҡаҙанған.
«Ҡурай даны» милли телепремияһына дәғүә итеүселәрҙең һәр ҡайһыһы тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы айырым тапшырыуҙар әҙерләне. Ижади төркөм көсө менән эфирға республика район-ҡалаларынан әҙерләнгән тиҫтәләрсә тапшырыу сыҡҡан.
Бүләкләү тантанаһын ҙур концерт программаһы ла биҙәне. Сәнғәт оҫталары абруйлы премия лауреттарының илһам ҡанаттары һынмауын теләне.
Азат Ғәлиуллин




