Баймаҡта «Баймаҡ, вакцина яһат!» акцияһы иғлан ителде

Баймаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм ирекмәндәр штабы халыҡты коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға өндәй. Бөгөнгә төбәктә вакцина алырға тейеш халыҡтың 86 проценттан ашыуы укол ҡаҙатҡан.

Әммә һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә коронавирустың «омикрон» штамы йәшен тиҙлегендәй тарала. Шуға ла йәштәр һәр кемде үҙ сәләмәтлегенә битараф булмаҫҡа саҡыра.

Йәштәр эштәре буйынса комитет белгесе Гөлгөнә Алсынова алты ай элек коллегалары араһында тәүгеләрҙән булып яман вирусҡа ҡаршы вакцина яһата.Ревакцинацияға ваҡыт етеү менән ул һис икеләнмәйсә тағы ла бер тапҡыр медицина пунктына килә.

Баймаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм ирекмәндәр штабы пандемия башланғандан алып төрлө акциялар, флешмобтар ойоштора. Сираттағы #БаймаҡВакцинациялан# сараһын да урындағылар берҙәм күтәреп алды.

Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында.Табиптар кәңәшен тотоп ҡурҡыныс вирустан һаҡланыуҙың иң ҡулай сараһы булған вакцина һәм ревакцинация яһатыуҙы һуҙмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Фото №1 - Баймаҡта «Баймаҡ, вакцина яһат!» акцияһы иғлан ителде

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ