Янғын сығыуын иҫкәртеү ҡорамалы бушлай

Бындай мөмкинлек менән йыл башынан һуғыш йылдары балалары ла ҡуллана ала. Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ҡарарына үҙгәрештәр индергәндән һуң, был категория граждандар льгота менән файҙаланыусылар исемлеген тулыландырҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Янғын сығыуын иҫкәртеү ҡорамалдары менән мөмкинлектәре сикләнгәндәр, хәрби хәкәттәр ветерандарынан тыш, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентәбренә тиклемге арауыҡта тыуған граждандар бушлай файҙалана ала. Башҡортостан Рәсәйҙә 12 категория граждандарҙы янғын иҫкәртеү ҡорамалы менән республика бюджетынан бушлай тәьмин итеүсе берҙән-бер республика. Быға тиклем бындай мөмкинлек менән 9 категория граждандар ғына ҡуллана ала ине.

Шишмә ҡасабаһында «Һуғыш балалары» исемлегендә 84 кеше. Ауыл советы биләмәһе башлығы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының янғындарҙы прфилактикалау инструкторы был исемлектәге һәр бер йортто йөрөп сығырға бурыслы.

Граждандарҙы уғрыларҙан һаҡ булырға саҡырабыҙ. Янғынды иҫкәртеү ҡарамалдарын ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, ҡотҡарыу һәм ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре урынлаштыра. Улар бөтәһе лә махсус формала, үҙҙәре менән шәхесен раҫлаған документтары бар, коммерция хеҙмәте күрһәтмәйҙәр.

Илхамжон Ачилов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының шишмә районында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса инспекторы

Янғын иҫкәртеү ҡорамалы бәләкәй генә, әммә файҙалы прибор. Белгестәр, уның аҙ ғына миҡдарҙағы төтөнгә лә һиҙгерлеге көслө тип билдәләй. Ҡоролма торлаҡтың түбәһенә беркетелә һәм батарейкалар ярҙамында эшләй.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын урынлаштырыу ғына 2016 йылдан алып 680 кешенең, шул иҫәптән 266 баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән. Автономлы янғын иҫкәртеү ҡорамалын ҡулланыу артыҡ мәшәҡәтле түгел, уны махсус хеҙмәтләндереү өсөн белгес кәрәкмәй, көнкүреш тауарҙары магазинындарынан һатып алырға ла мөмкин.

Фото №1 - Янғын сығыуын иҫкәртеү ҡорамалы бушлай

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ